Ни өсөн мин эстем?

2022-01-26 12:01:21

Эшкә һуңлау, күршең менән әрләшеү, һәр тыуған көндән һуң баш ауыртып уяныу, әллә кисәге кисте бөтөнләй оноторғамы... Был насар хәлдәр булмаҫ ине лә ул, алкоголь ҡамасауламаһа.
Беҙ, Туймазы ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Ни өсөн мин эстем?» тигән исемдәге проект башлайбыҙ.
Әгәр, һеҙ ҡасандыр алкоголь эсемлектәр эскәнһегеҙ, ә хәҙер ташлағанһығыҙ икән, ошо турала һөйләгеҙ. Һеҙҙең тәжрибә башҡаларға ярҙам итер, бәлки. Хаталарға юл ҡуймаҫҡа, кешегә айыҡ тормошҡа ҡайтырға бергәләп ярҙам итәйек.
Үҙегеҙҙең тәжрибә тураһында һөйләргә теләһәгеҙ, аноним рәүештә лә мөмкин, ошо ссылка буйынса кереп https://vk.com/tmzrkb, мессенжджерға яҙығыҙ. Комментарийға түгел.
#БашҡортТарихыЙылы#ТуймазинскийРайон#ВсемирныйКурултайБашкир #АйыҡАуыл2020 #ТрезвоеСело2020 #ТуймазинскийРайон